-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 17:26

Ташламаларҙы компенсациялауҙың берҙәм стандарты раҫланды

1 июлдән федераль һәм төбәк ташламаларына эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының бер өлөшөн берҙәм стандарт буйынса компенсацияланасаҡ.

Ташламаларҙы компенсациялауҙың берҙәм стандарты раҫланды
Ташламаларҙы компенсациялауҙың берҙәм стандарты раҫланды

Был нимәне аңлата?

     Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн берҙәм алымдар ғәмәлгә инә. Был компенсация алыу өсөн яҙған ғаризаның дөйөм стандарт формаһы, ташлама өсөн кәрәкле документтарҙың раҫланған исемлеге һәм ҡарар ҡабул итеү ваҡыты 10 эш көнөнән артыҡ булмаҫҡа тейеш, тигәнде аңлата.

       Федераль һәм төбәк ташламаһын алыусыларға ветерандар, инвалидтар, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙән зыян күргән граждандар һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр инә. Ғаризаға биргәндә, беркетелергә тейешле документтар исемлеге : https://vk.cc/cos8Ej

 

Документтарҙы Күп функциялы үҙәккә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына шәхсән мөрәжәғәт итеп, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре аша тапшырырға мөмкин.

 

Быға тиклем ошо сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация алыусылар ғариза һәм документтар менән ҡабаттан мөрәжәғәт итеп тормай.

 

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары: http://rcspn.mintrudrb.ru/offices

 

 

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: