-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 22:10

Киләсәктә мессенджерҙар төп аралашыу каналына әйләнәсәк

Рәсәй халҡының 70 проценты ошондай фекерҙә.

Киләсәктә мессенджерҙар төп аралашыу каналына әйләнәсәк
Киләсәктә мессенджерҙар төп аралашыу каналына әйләнәсәк

Киләсәктә мессенджерҙар төп аралашыу каналына әйләнәсәк – Рәсәй халҡының 70 проценты ошондай фекерҙә. VK Мессенджеры социологтары һәм “Ромир” тикшеренеүҙәр холдингы Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында йәшәгән, 13 йәштән өлкәнерәк 1200 кешенән һорау алған һәм ошондай мәғлүмәт алған.

Рәсәй халҡының 80 проценты даими рәүештә мессенджерҙар менән файҙаланырға планлаштыра. 14-тән 18 йәшкә тиклемге йәштәрҙең 70 проценты был платформалар киләсәктә кешеләр араһындағы аралашыуҙың төп каналы булыр тип иҫәпләй. 73 процент фекере буйынса, мессенджерҙарҙың роле киләсәктә тағы ла артасаҡ һәм уларҙа әлегә махсус сервистарҙа ғына булған хеҙмәттәр өҫтәләсәк – виза эшләтеү, табипҡа яҙылыу йәки квитанцияларҙы түләү.

Ил халҡы мессенджерҙарҙы технологик булыуҙары өсөн юғары баһалай. 67 процент фекере буйынса улар даими рәүештә үҫешә, ә 63 процент уларҙы универсаль платформалар тип атаған. Респонденттарҙың яртыһы фекеренсә, һуңғы йылдарҙа мессенджерҙар инновациялыраҡ булып киткән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, илдең төрлө төбәктәрендә мессенджерҙарға ҡараш төрлөсә. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығыш кешеләре өсөн интерфейстың уңайлығы һәм ауыр файлдар менән алмашыныу мөмкинлеге мөһим, ә Волга буйы федераль округында йәшәгәндәр конфиденцаллекте өҫтөн күрә. Себер ҡулланыусылары мессенджерҙар аша тиҙ генә хеҙмәттәрҙе рәсмләштереүҙе билдәләй. Төньяҡ-Кавказ федераль округында йәшәгәндәр хәбәрҙәрҙең тиҙ барып етеүе, фото һәм видеоның сифаты һаҡланыуы, хәүефһеҙлек һәм функционаллекте өҫтөн күрә.

VK вице-президенты, VK Мессенджеры башлығы мессенджерҙар – һәр кемдең тормошоноң мөһим өлөшө тине. Бөгөн улар менән Рәсәйҙәрҙең 99 проценты файҙалана һәм артабан үҫеү өсөн дә мөмкинлектәр күп.  

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: