

“Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто иғлан иткән “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһына Республика медиафорумының почетлы ҡунағы – Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡушылды, ул Асҡын районынан мобилизацияланған яугирҙең ғаиләһенә гәзиткә яҙылды.
Өфөлә үткән Китап байрамында “Изге матбуғатҡа яҙылыу акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский гәзит яҙҙырҙы .
Был изгелек акцияһына һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн “Изге эштәр картаһы”нда тултырылған квитанция һалынған конвертты һайлап алырға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә гәзит, йә журналға яҙҙырырға һәм #ДобраяПодписка хештегы менән үҙеңдең фотоңды ҡуйып, эстафетаны социаль селтәрҙәге ике дуҫыңа тапшырырға кәрәк.
Фото: «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто.