Йәмғиәт
9 Июня 2023, 01:50

Бер миллиондан ашыу ағас ултыртылған

Ағас ултыртыу, йәшелләндереү өмәләрендә халыҡ айырыуса әүҙем ҡатнаша.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бер миллиондан ашыу ағас ултыртылғанБер миллиондан ашыу ағас ултыртылған
Бер миллиондан ашыу ағас ултыртылған

Бөтә Рәсәйҙә барған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу ҡаралған. Башҡортостан халҡы был акцияла ҡатнашып, 250 гектар майҙанда бер миллиондан ашыу ағас ултыртты. Сарала уҡыусылар, юнармеецтар, кадеттар, ирекмәндәр, студенттар, урман тармағы һәм башҡа ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ауылдар халҡы,  әүҙем ҡатнашты. Акцияла бөтәһе 127 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы билдәле.

Ағас ултыртыу акциялары “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошға ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас