

Башҡортостан Республикаһында “Утты туҡтат!” янғынға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһы дауам итә. Уның маҡсаты - ҡулдан яһалған тәбиғәт янғындары, шул иҫәптән ҡоро үләнгә үҙ белдеге менән ут төртөү хәүефен кәметеү.
Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында барған кампанияның төп бурысы – граждандарға урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын күҙәтеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт биреү. Урман фондында янғындарға юл ҡуймау һәм тәбиғи янғындарҙан күрелгән зыянды кәметеү буйынса эште Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып алып барыуын да билдәләргә кәрәк.
Бөгөнгө көнгә төбәктең Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре дөйөм белем биреү учреждениеларында 20-нән ашыу асыҡ дәрес, 1,9 мең лекция, әңгәмә, ағартыу акциялары һәм ауыл биләмәләре граждандары йыйылыштарында сығыш яһаған, 18 меңдән ашыу листовка, памятка һәм брошюра таратҡан.
Бәләкәй генә осҡон да ҙур хәүеф тыуҙыра, шуға һәр кем урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә тейеш, урман янғыны хаҡында йәки урманда ут сығыу осраҡтарында 8 (800) 100-94-00 йәки 101,112 телефондарына шылтыратырға кәрәк.