Йәмғиәт
19 Июнь 2023, 18:25

11-13 августа - "Башҡорт аты" фестивале үтә

11-13 августа Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален үтәсәк.

11-13 августа - "Башҡорт аты" фестивале үтә11-13 августа - "Башҡорт аты" фестивале үтә
11-13 августа - "Башҡорт аты" фестивале үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса 2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторолдо. Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Фестивалде  үткәреүбуйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, быйыл сара 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәге иғлан ителде.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас