Йәмғиәт
19 Июнь 2023, 16:50

50-нән ашыу майҙансыҡ булдырылған

«Һанлы иҡтисад» милли проектының «Киләсәк коды» программаһы сиктәрендә 8-11-се класс уҡыусыларын йәй көндәре уҡытыу өсөн 50-нән ашыу майҙансыҡ булдырылған. 

50-нән ашыу майҙансыҡ булдырылған50-нән ашыу майҙансыҡ булдырылған
50-нән ашыу майҙансыҡ булдырылған

«Һанлы иҡтисад» милли проектының «Киләсәк коды» программаһы сиктәрендә 8-11-се класс уҡыусыларын йәй көндәре уҡытыу өсөн 50-нән ашыу майҙансыҡбулдырылған. Был турала төбәк дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итте. 

Белем биреү лагерына 31 майға тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында яҙылырға була ине. Лендингта үҙеңдең төбәгеңде билдәләп, карталағы яҡыныраҡ булған майҙансыҡты һайлар кәрәк. 

Бушлай курстарҙа ҡушымталар, сайттар һәм Python-дағы (PHP һәм JavaScript) уйындарҙы өйрәнергә һәм эшләп ҡарарға тәҡдим ителә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырған уҡыусы курсты тамамлау тураһындағы сертификат ала.

Әйтеп үтергә кәрәк, былтырҙан башлап «Киләсәк коды» программаһында шөғөлләнгән 330-ҙан ашыу уҡыусы информатика, милли технологик олимпиада, «Большие вызовы» бөтә Рәсәй ғилми-технологик проекттар конкурсы, милли олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары булды.

«Һанлы иҡтисад» милли проекты иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы йылдамыраҡ индереүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, глобаль баҙарҙа илдең конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуға, милли именлекте нығытыуға һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда башланды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас