

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендә вазифа биләгән етәкселәрҙе һәм белгестәрҙе 24 июндә эшкә йәлеп итеү тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, был шәмбе эшләгәндәргә шишәмбе - 27 июндә ял биреләсәк.
Әлеге күрһәтмә республиканың дәүләт органдары һәм ведомство аҫтындағы учреждение етәкселәренә 24 июндә дәүләт һәм ведомство аҫтындағы ойошма хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул итергә ҡуша. Уларға ла 27 июндә ял көнө бирелә.
Урындағы үҙидара органдары етәкселәренә лә муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ошондай уҡ ҡарар ҡабул итеү тәҡдим ителә. Бынан тыш, республиканың эш биреүселәренә лә хеҙмәт коллективтарын 24 июндә эшкә сығарыу кәңәш ителә.
Шуны ла билдәләү мөһим, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры Андрей Назаров 27 июндә ял биреү Өфөлә был көндө Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы уҙғарылыуы менән бәйле булыуын билдәләне. Ә 28 июндә республикала Ҡорбан байрамы уҙғарыла.