

Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Белоруссия республика йәштәр союзы менән берлектә ойошторола.
Йәштәр форумда дүрт йүнәлештә эшләйәсәк: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, патриотик берекмәләрҙә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн.
Был сарала шулай уҡ, Өфө-Брест-Минск Халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Белорусия йәштәренең үҙ-ара килешеп эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҙа планлаштырылған.
Форумдың файҙалы һәм ял итеү программаһы өлөшөндә ҡатнашыусылар «ПРОФфест» бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһендә, Республика хәрби дан музейында буласаҡ, Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм Йәштәр көнөн байрам итәсәк.