Йәмғиәт
21 Июнь 2023, 09:40

Студенттар өсөн стартап

Башҡортостан йәштәре грантттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Студенттар өсөн стартапСтуденттар өсөн стартап
Студенттар өсөн стартап

Быйыл студеттар өсөн стартап биреүгә 1,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был аҡса бөтәһе  мең ярым йәштәр проектына иҫәпләнгән. Бөтә илдән конкурста ҡатнашыуға алты мең самаһы ғариза килгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк.

Проекттар, нигеҙҙә, һанлы өлкәгә, яңы приборҙар һәм интеллектуаль производство технологияларын эшләүгә, шулай уҡ креатив индустрия өлкәһенә ҡағыла. Авгус айында конкурсҡа йомҡаҡ яһалып, гранттар еңеүселәрен иғлан итәсәктәр. Ғаризалар буйынса лидерҙар иҫәбендә - Мәскәү, Татарстан һәм Башҡортостан. Еңеүселәргә 1 миллион һумлыҡ грант ҡаралған .

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас