Йәмғиәт
24 Июнь 2023, 02:45

Агротуризмға ихтыяж ҙур

Ҡала шау-шыуынан бер нисә көнгә ял итергә, йәйәү йәки велосипедта матур һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә, ауыл йортонда йәки быуа ярындағы глэмпингта йәшәргә тәҡдим итәләр бында.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Агротуризмға ихтыяж ҙурАгротуризмға ихтыяж ҙур
Агротуризмға ихтыяж ҙур

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Аҙна һайын үткәрелгән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә этно-, агротуризм проекты инициаторы ҡала шау-шыуынан бер нисә көнгә ял итергә, йәйәү йәки велосипедта матур һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә, үҙ ҡулдарың менән ҡаҡ ҡойорға, мейесле ауыл йортонда йәки быуа ярындағы глэмпингта йәшәргә тәҡдим итте Ауырғазы районы хакимиәте башлығы.

Ҡунаҡ йорттарын, визит-үҙәк һәм палатка кемпингын урынлаштырыу урыны һайланған. Муниципаль программа сиктәрендә һәм күсемһеҙ милек объекттарын рәсмиләштереүҙә ярҙам кәрәк. Программаның шарттары аңлатылды, проект ярҙам аласаҡ.

Үҙегеҙ хаҡында белдереү, консультация алыу өсөн 8-937-34-27-123 йәки 8-34745-21625 телефоны буйынса бизнес-шериф шылтыратырға йәки https://investrb.ru/.һылтанмаһы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша ғариза бирергә мөмкин.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас