

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә барған Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумында ҡатнашты. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан үткәрелгән был сара 18-35 йәштәрҙәге 500 йәш кешене берләштерҙе.
“Барығыҙҙы ла бында, ҡунаҡсыл Башҡортостанда ихлас сәләмләйем. Бөгөн беҙҙең менән бергә туғандарыбыҙ – Беларусь ҡәрҙәштәре. Әйҙә, ҡунаҡҡа ҡул сабайыҡ! Һеҙҙе сәләмләйбеҙ. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу төбәгенән ҡунаҡтар ҙа бар. Беҙ һеҙҙе лә күреүебеҙгә шатбыҙ. Һеҙҙе лә ихлас сәләмләйбеҙ! Яңы биләмәләрҙән, Донбасстан килгән йәштәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм”, – тип сәләмләне ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров йәштәргә уңышлы эш теләне.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан – ике туғандаш халыҡ йыйылған майҙан, үҙәккә әйләнде. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Һеҙ бөгөн уңышлы итеп эшләһен, уңайлы ваҡыт үткәрһен һәм бер-берегеҙ менән аралашһын, тәжрибә уртаҡлашһын өсөн барыһын да ныҡлап әҙерләнек. Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Йәштәр көнө. Әйткәндәй, Беларусь Республикаһында Йәштәр көнө иртәгә. Шуға күрә барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән ҡотлайым, – тине ул. – Олораҡтарҙың: бөгөн йәштәр ундай түгел, беҙ һеҙҙең йәштә башҡараҡ инек, тигән фекере бар. Һеҙгә шуны әйткем килә: был бөтөнләй улай түгел. Һеҙгә ҡарап, ниндәй һәләтле икәнегеҙҙе күрәбеҙ, бөгөн донъяла, илебеҙҙә барғандарҙы дөрөҫ аңлайһығыҙ, , берләштегеҙ, илебеҙҙе, Президентыбыҙҙы хуплайһығыҙ, һеҙгә ихтирам һүҙҙәре әйткем килә.
Радий Фәрит улы йәш быуынға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Һеҙҙең быуынға рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен әйткем килә. Тап һеҙ, әле йәш кенә егеттәр илебеҙҙе Донбасста һаҡлай һәм Донбассты азат итә. Кисә мин телефон аша беҙҙең Рәсәй Геройы Степан Белов менән һөйләштем. Уға әле 27 генә йәш, танкист. Сәләм әйтте. Ғөмүмән, алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлаған бар егеттәрҙән сәләм. Ә һеҙгә илебеҙҙе, яугирҙәребеҙҙе хуплағанығыҙ, уларға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Һау һәм бәхетле булығыҙ. Алдығыҙға ниндәй пландар билдәләһәгеҙ, шулар тормошҡа ашһын. Ә беҙ, ҡайҙа кәрәк, шунда ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Белорус республика йәштәр союзы” йәмәғәт берләшмәһенең Үҙәк комитеты секретары Вероника Гудкова, Өфө Белоруссия йәштәрен үҙенең матурлығы менән таң ҡалдырҙы, тип билдәләне.
– Башҡортостандың баш ҡалаһында күпме яңы объект төҙөлөүен күрәбеҙ. Беҙҙең өсөн бергә йыйылыу мөһим. Беҙгә Рәсәй дуҫтарыбыҙҙың тәжрибәһен тыңлау ҡыҙыҡлы буласаҡ, үҙебеҙ илебеҙҙә йәштәргә нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Форум ваҡытында Өфөлә яңы уртаҡ проекттар тәҡдим ителеүен теләйбеҙ. Беҙ туғандаш халҡыбыҙ менән бергә һәм шулай буласаҡ та, йәштәр артабан да быны дауам итергә тейеш, – тине Вероника Гудкова.
Форум программаһы дүрт йүнәлеш буйынса үтәсәк: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, патриотик берекмәләрҙә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Саралар сиктәрендә шулай уҡ Өфө-Брест-Минск Халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Беларусь йәштәренең үҙ-ара килешеп эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҙа планлаштырылған.
Форумдың файҙалы һәм ял итеү программаһы өлөшөндә ҡатнашыусылар “ПРОФфест” бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһендә, Республика хәрби дан музейында буласаҡ, Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм Йәштәр көнөн байрам итәсәк.
Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Белоруссия республика йәштәр союзы менән берлектә ойошторола.