Йәмғиәт
25 Июня 2023, 08:25

Форумдың мөһим ваҡиғалары төп каналда күрһәтеләсәк

26 июндән 28-енә тиклем Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының X форумы үтә.Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Форумдың мөһим ваҡиғалары төп каналда күрһәтеләсәкФорумдың мөһим ваҡиғалары төп каналда күрһәтеләсәк
Форумдың мөһим ваҡиғалары төп каналда күрһәтеләсәк

26 июндән 28-енә тиклем Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының X форумы үтә. Төрлө өлкәлә артабан да үҙ-ара хеҙмәттәшлекте тикшереү маҡсатында ике төбәк баш ҡалабыҙҙа осраша.

Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ.

26 июнь иртәнге сәғәт 7-нән 14.00-гә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика ҡунаҡтарын ҡаршылай. Тура эфирҙа – эксперттар, форумда ҡатнашыусылар менән әңгәмә, мәҙәни ваҡиғаларҙың анонсы, ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар, Башҡортостан белорустары тураһында тапшырыуҙар.

Шулай уҡ форум үткән көндәрҙә Беларусь Республикаһы тураһында “Башҡорт каникулдары” трэвел-шоуҙың махсус сығарылыш премьераһы була.

27 июнь сәғәт көндөҙгө 11-ҙә  Рәсәй һәм Беларустың Сауҙа-сәнәғәт палаталары кәңәшмәһенең тура трансляцияһын ҡарай алаһығыҙ.

16.00-дә - БЮТ-та тура эфирҙа ике төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә артабан  үҫеш темаһына түңәрәк өҫтәл.

28 июнь 12.30-ҙа телеканал ҡараусылар “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре диалогына - ун йыл: йомғаҡтар һәм перспективалар” темаһына пленар кәңәшмә ҡарай ала.

Форумдың өс көнөндә лә киске эфирҙар “Евразия йөрәге” традицион фестиваленә арнала. Сараның махсус ҡунаҡтары  - Рәсәй һәм Беларустың атҡаҙанған һәм халыҡ коллективтары, Лариса Долина, Петр Дранга, Таисия Повалий, Дмитрий Харатьян һәм башҡалар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас