Йәмғиәт
26 Июнь 2023, 11:52

Талисман билдәләүгә конкурс башланды

Фән һәм технологиялар ун йыллығына арнап уның талисманын билдәләү буйынса бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителде.

Талисман билдәләүгә конкурс башландыТалисман билдәләүгә конкурс башланды
Талисман билдәләүгә конкурс башланды

Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 31 июлгә тиклем, Талисмандың  вариантын эшләп, уның тураһында ҡыҫҡаса аңлатма яҙып талисман.наука.рф битенә урынлаштырыр кәрәк.

     Талисман Рәсәй флораһы йәки фаунаһы, тәбиғи күренеш, йәнләнгән әйбер йәки уйлап сығарылған персонаж була ала. Талисманда дәүләт символдарын, тауар билдәләрен, шулай уҡ йәмәғәт мәнфәғәттәренә, кешелеклек һәм әхлаҡ принциптарына ҡаршы килгән элементтарҙы ҡулланырға ярамай.

     Конкурс эштәрен теләһә ниндәй техникала һәм жанрҙа башҡарырға мөмкин. Бынан алда башҡа авторҙар ижад иткән геройҙарҙың һүрәте төшөрөлгән эштәр ҡатнаша алмай.

      Эштәр бер нисә этапта һайлап алына.

     1 августан 31-енә тиклем профилле юғары уҡыу йорттары студенттары араһынан волонтерҙар Талисманды конкурс ҡағиҙәләренә тап килеүгә тикшерә. Артабан,  ә арт-өлкә профессионалдарынан, медиаөлкәләрҙән, билдәле актерҙар, ғалимдарҙан торған Эксперт советы йомғаҡлау баһаһын бирәсәк. Һөҙөмтәлә 40 иң яҡшы эштәр һайлап алынасаҡ.

     6-15 сентябрҙә һайлап алынған Талисман конкурсының асыҡ онлайн-тауыш биреү үтәсәк.

Был этаптан үткән иң яҡшы биш эш талисман-еңеүсене билдәләү өсөн Фән һәм технологиялар ун йыллығы Координация комитеты ағзаларына тәҡдим ителәсәк.

Автор:
Читайте нас