Йәмғиәт
27 Июнь 2023, 17:55

Пенсияның артыуы көтөлә

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн пенсияларҙы 2025-2026 йылдарҙа йылына ике тапҡыр индексацияларға тәҡдим итте.

Пенсияның артыуы көтөләПенсияның артыуы көтөлә
Пенсияның артыуы көтөлә

2024 йылдың 1 ғинуарынан пенсияны 5,3 процентҡа күтәрергә уйлайҙар, һөҙөмтәлә страховкаланған пенсияның уртаса йыллыҡ күләме 22 772 һум тәшкил итәсәк. Ә 2025 йылдың 1 февраленән – 4 процентҡа һәм 1 апрелдән тағы 3,8 процентҡа индексацияларға уйлайҙар. Һөҙөмтәлә пенсияның уртаса күләме 24 120 һумға тиклем үҫәсәк.

2026 йылдың 1 февраленән пенсияны 4 процентҡа  күтәреп, 1 апрелдән йәнә 2,8 процентҡа арттырмаҡсылар. Түләүҙәр күләме 25 690 һумға барып етәсәк.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы шулай уҡ страховкаланған пенсияға аныҡ билдәләнгән түләүҙәрҙе (фиксированная выплата) арттырыу яғында. 2024 йылдың 1 ғинуарынан ул –7968,4 һум, 2024 йылдың 1 февраленән – 8287,14 һум, ошо уҡ йылдың 1 апреленән 8602,05 һум тәшкил итәсәк. 2025 йылдың 1 февраленән аныҡ билдәләнгән түләүҙәр  – 8946,13 һумға, ә 1 апрелдән 9196,62 һумға етеүе күҙаллана.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас