

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә Рәсәй төбәктәренең сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ойошмалары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡатнашыусылар заманса донъяла традицион ҡиммәттәрҙе үҫтереү һәм уларҙың эшенең яңы бурыстарын тикшерҙе.
– Бындай мөһим ваҡиға майҙансығында беҙ халыҡ-ара өлкәлә эшләү эшләнмәләре һәм технологиялары менән уртаҡлаштыҡ. Бөгөн сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү буйынса дөйөм программала төбәктәр ҙур роль уйнай. Ватандаштарыбыҙға еңел түгел – Көнбайыш илдәрендә ҡот осҡос русофобияны күҙәтәбеҙ, – тине Мәскәүҙең тышҡы иҡтисади һәм халыҡ-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе урынбаҫары Игорь Ткач.
Баш ҡалала бындай эш сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү тураһында закон сиктәрендә уҙғарыла, тип билдәләне ул.
– Йыл һайын подразделениелар һәм башҡарма власть органдары Мәскәү хөкүмәте программаһы сиктәрендә ватандаштарға ярҙам итеү программаһын төҙөй, уны Дума алдында яҡлай һәм һуңынан башҡарылғандары тураһында отчет бирә. Бөгөн Мәскәү 60-тан ашыу илдә элемтә тота һәм ватандаштарыбыҙ сит илдәрҙә ойошторған 150-нән ашыу ойошма менән эшләй. Географияһы ҙур.
Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, нигеҙҙә, проблемалар дуҫ булмаған илдәрҙә күҙәтелә. Иң нығы – Америкала, Канадала һәм Европалағы ҡайһы бер дәүләттәрҙә.
– Хатта Чехияла, Словенияла һәм Словакияла ла проблемалар бар, уларҙы беҙ һәр ваҡыт дуҫлыҡ блогы тип йөрөтәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ткач, - Бөгөн унда ижтимағи мөһим һәм мәҙәни сараларҙы үткәреү мөмкин түгел.
– Хатта Чехияла, Словенияла һәм Словакияла ла проблемалар бар, уларҙы беҙ һәр ваҡыт дуҫтар тип иҫәпләй инек, – тине Игорь Ткач, – Бөгөн унда ижтимағи мөһим һәм мәҙәни сараларҙы үткәреү мөмкин түгел.
Ватандаштарға ярҙам итеүҙең төп йүнәлештәре – рус телен үҫтереү (саралар үткәреү, рус кластарын асыу һәм уларҙы йыһазландырыу), традицион ҡиммәттәргә ярҙам итеү, йәштәр берләшмәләре менән эшләү һәм Рус православие сиркәүенең мәхәлләләренә ярҙам итеү.
– Сиркәү тирәләй рус донъяһы урынлашҡан. Мәхәлләләрҙә һәр саҡ йәкшәмбе мәктәптәре, йәштәр һәм балаларҙың традицион йәмғиәттә тәрбиәләнеүен теләгән ата-әсәләр бар, – тине ул.
Бынан тыш, сит илдәрҙә рус телле киң мәғлүмәт сараларына һәм Рәсәй хаҡында яҙған баҫмаларға ярҙам итеү буйынса эш алып барыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдәрҙә русофобия өлгөләре бик күп. Атап әйткәндә, дуҫ булмаған илдәрҙә, мәҫәлән, Ригала, Софияла һәм Вильнюста, Мәскәү йорттарын ябыу һәм тартып алыу миҫалдары бар.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Поликанов, бөгөнгө ысынбарлыҡта был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү айырыуса мөһим, тип иҫәпләй. Бының өсөн рус теле уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреү курстары үткәрелә, йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтелә, уҡыусылар өсөн кванториумдар һәм хакатондар ойошторола. Шулай уҡ социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы арттырыу һәм тарихи-мемориаль эшмәкәрлектең әүҙемлеген арттырыу хаҡында ла һүҙ бара.
Башҡортостан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Алтай крайы, Ырымбур өлкәһе һәм башҡа төбәктәр, шулай уҡ Беларусь вәкилдәре лә ватандаштар менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Түңәрәк өҫтәл аҙағында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана (Өфө) менән Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы (Мәскәү) араһында ниәттәр тураһында килешеү төҙөлдө.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.