

Аҡса туризм өлкәһендә 16 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә.
- Башҡортостан туристар өсөн ял итеү урынына әүерелә бара. Төбәккә туристар ағымы, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда 2,1 миллион кеше тәшкил иткән. Республикала ял итеүҙе һайлаусылар күбәйә барыу сәбәпле, тиҙ ҡорола торған модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар һанын арттырыу, уларға инеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыуға ихтыяж бар. Республиканың башҡа төбәк туристары өсөн тағы ла күркәмерәк булыуын теләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 79 төбәге тәҡдим үҙ проекттарын иткән, Башҡортостан федераль субсидия алыусыларҙың 38-е иҫәбенә ингән. Респәбликанан берҙәм финанслау шарты менән16 проект үткән.
Хупланған проекттар араһында - Шишмә районы биләмәһендә Башҡорт аты үҙәге глэмпингы, Ишембай районында агротуристик комплекс, Әбйәлил районында миҙгелле глэмпинг төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Белорет, Ейәнсура, Иглин, Илеш, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шаран райондарында эшләп килгән туристик базаларҙа номер фондтары артасаҡ. Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Ҡариҙел райондарында глэмпингтарҙы киңәйтеү планлаштырыла.
Әйткәндәй, 2021 йылдан эшләй башлаған «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңышлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Туристарға - сервис, ә ял итеү урындарын һәм туристик маршруттарҙы ойоштороусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Милли проектҡа «Туризм өлкәһендә идара итеүҙе камиллаштырыу», «Туристик хеҙмәттәрҙең асыҡлығын арттырыу» һәм «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекттары инә.