Йәмғиәт
3 Июль 2023, 12:54

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтыла

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының ҡарарына ярашлы, «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү ваҡыты 1 авгусҡа тиклем оҙайтыла.

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтыла«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтыла
«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына документтар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтыла

Конкурста 5 йылдан ашыу Башҡортостанда даими йәшәгән, Рәсәй гражданы булған үҙ балаларын йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, опекаға һәм попечителлеккә алынған балалар тәрбиәләгән ир-егеттәр ҡатнаша ала. Улар дин, спорт, йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, төрлө предприятие, мәғариф, медицина, учреждение, коммерция структуралары хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, фермерҙар, хәрби, янғын һүндереүселәр, инженерҙар, механиктар һәм башҡалар булыуы мөмкин.

      Бүләкләү тураһында үтенес ҡағыҙын атайҙар үҙҙәре, уларҙың балалары йәки коллегалары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары ла бирә ала.

      Уға республика власть органдары ҡарамағындағы урындағы йәмәғәт палатаһы йәки йәмәғәт советы етәксеһе ҡул ҡуйырға тейеш.

       Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин.

       «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән материалдарҙы ошо электрон адресҡа ебәрер кәрәк: oprb2011@mail.ru.

 

       Конкурстың положениеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин:  https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/443851/

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас