

Йәшәү минимумы суммаһы иҫәптән алынырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта, алимент түләткәндә, һаулыҡҡа зыян килтергән, ҡараусыһын юғалтҡан һәм енәйәт ҡылғанда килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн компенсация түләгәндә йәшәү минимумы һаҡланмай.
Элек йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыу өсөн ғаризаны суд приставтары хеҙмәте бүлегендә шәхсән бирергә йәки почта аша ебәрергә кәрәк ине. Хәҙер иһә «Һанлы башҡарма производство» электрон сервисы ярҙамында был эште «Дәүләт хеҙмәттәре» аша башҡарыуы еңелерәк буласаҡ: https://vk.cc/cfIGrL
Быны нисек эшләргә, күрһәтмә:
1. Федераль суд приставтары хеҙмәтенә үтенес ебәреү хеҙмәте менән файҙаланығыҙ һәм «Йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыу» пунктын һайлағыҙ https://vk.cc/cpbtdX
Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығының Граждандарға мәғлүмәт биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре түбәндәге телефон буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап бирәсәк: 8 (347) 272 16 46 (эш көндәрендә - 09:00-18:00, йома - 09:00-16:45).
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан