Йәмғиәт
3 Июля 2023, 03:25

Июлдә үҙ көсөнә ингән яңы закондар

Беренсе июлдән үҙ көсөнә ингән закондарҙың бер өлөшө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Июлдә үҙ көсөнә ингән яңы закондарИюлдә үҙ көсөнә ингән яңы закондар
Июлдә үҙ көсөнә ингән яңы закондар
  • уҡырға ингәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн ташламалар;
  • ҡулланыусылар кредиты буйынса иң ҙур ставка кәметелә;
  • ауыр сирле балалар өсөн тәғәйенләнгән дарыуҙарҙ һалымдан азат ителә;
  • составында шәкәр булған эсемлектәргә акциздар индерелә.

Пенсиялар тәғәйенләү ябайлаштырыла. Дәүләт һәм муниципаль архивтар Рәсәй Социаль фонды һорауы буйынса үҙҙәрендә документтар булған осраҡта пенсия тәғәйенләү йәки уға өҫтәмә түләү өсөн кәрәк буласаҡ мәғлүмәтте Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ебәрәсәк. Үҙгәрештәр пенсияны ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү өсөн мәғлүмәт биреү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

 #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас