

Эш биреүсе хәрби хеҙмәткәр өсөн эш урынын һаҡлай, ә хеҙмәт килешеүе ваҡытлыса туҡтатыла. Хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланғас, хеҙмәткәр компанияға өс ай эсендә кире ҡайта ала. Әгәр вазифа буш булмаһа, уға икенсе вакансия тәҡдим итәсәктәр.
Был осор мотлаҡ һәм пенсия социаль страховкаһы өсөн стажда иҫәпкә алына.
Мөҙҙәтһеҙ һәм ашығыс хеҙмәт килешеүҙәре, шулай уҡ һынау ваҡыты осорондағы килешеүҙәр туҡтатып торола.
Был шарт контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һәм ирекмәндәр өсөн дә ғәмәлдә.
Эшсе элекке урынына өс ай эсендә кире ҡайта ала, ләкин был турала өс көн алдан иҫкәртергә тейеш.
Хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, Онлайнинспекция.рф порталындағы «Проблема тураһында хәбәр итеү» сервисы аша мөрәжәғәт ебәрегеҙ official-rostrud.ru
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #трудоустройство