

Конкурста ҡатнашыу өсөн 1 авгусҡа тиклем “Бәйләнештә” социаль селтәрендә #ПОПУТИСДОБРОМ хэштэгы менән асыҡ һауала төшөрөлгән видео һалырға, шулай уҡ «ДОБРО.РФ» платформаһында теркәлергә кәрәк.
Эштәр бер нисә номинацияла ҡабул ителә:
Конкурста Рәсәй биләмәһендә даими йәшәгән 17 йәштән 35 йәштәгеләр, шулай уҡ 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр ҡатнаша ала.
Экспедиция программаһында: ирекмәндәр эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса лекциялар, уникаль экскурсиялар, шулай уҡ мобиль контент булдырыу теорияһы һәм практикаһы менән танышыу ойошторола.
Ҡатнашыусылар өсөн акциялар һәм флешмобтар, шулай уҡ Волгоград - Һарытау - Һамар - Ҡазан кеүек дүрт ҡала биләмәһендә ирекмәндәр саралары комплексы ойоштороласаҡ.
Ғаризалар https://dobro.ru/event/10383293 һылтанмаһы буйынса ҡабул ителә.
Сараның ойоштороусыһы булып Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығы сығыш яһай.