Йәмғиәт
11 Июль 2023, 12:30

Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал кемгә бушлай бирелә?

Башҡортостанда граждандарҙың 12 категорияһына ҡараған кешеләр  янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы республика бюджеты иҫәбенә бушлай алырға мөмкин. Улар - социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр,  ғаиләлә 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалары булғандар һ.б.  Бушлай ҡорамалды алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал кемгә бушлай бирелә?Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал кемгә бушлай бирелә?
Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал кемгә бушлай бирелә?

Төтөн датчигы, йәғни янғынды теркәй һәм уның хаҡында хәбәр итә алған махсус сигнализация ҡоролмаһын  социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләр
 аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр,  йәш балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpohdj),   Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpohhP),  һәләк булған (мәрхүм) һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ғаилә ағзалары,   икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан ойошторолған концлагерҙарҙың, геттоларҙың, башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәре,   хәрби хәрәкәттәр инвалидтары,   хәрби хәрәкәттәр ветерандары,   1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған “һуғыш балалары”,   2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр (ғариза биреү тәртибендә) бушлай алырға хоҡуҡлы.
2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән  баҡса, баҡса һәм дача ширҡәттәрендә теркәлгән кешеләр,   шәхси йорттарҙа йәшәүсе пенсионерҙар (ентеклерәк - ошонда https://vk.cc/cpomwm) файҙалана ала.
Автономлы янғын иҫкәртеүсе прибор алыу өсөн ғаризаны чнғындарҙы иҫкәртеү үҙәгендә күрһәтелгән телефон буйынса: 8 (347) 272-00-24 (эш көндәрендә 9.00-18.00),
 электрон почта аша: centrppu@ppsrb.ru
 БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында «Граждандарҙың мөрәжәғәттәре» бүлеге аша https://vk.cc/cp8z7Y,
 республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/, Күп функциялы үҙәк аша https://vk.cc/ckQ0w0
ҡалдырырға була.
Ентеклерәк мәғлүмәтте  Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында https://vk.cc/cpoysA алырға мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас