Йәмғиәт
16 Июль 2023, 04:10

Почетлы металлург

Бөгөн Рәсәйҙә Металлургтар көнө билдәләнә. Район биләмәһендә металлургия сәнәғәтенә бәйле объекттар булмаһа ла, күрше Магнитогорск йә Белорет ҡалаларындағы металлургия комбинаттарында данлы хеҙмәт юлын үткән яҡташтарыбыҙ аҙ түгел. Мораҡай ауылынан  Р. И. Кинйәбаев та шулар иҫәбендә

Почетлы металлургПочетлы металлург
Почетлы металлург

Бөгөн Рәсәйҙә Металлургтар көнө билдәләнә. Район биләмәһендә металлургия сәнәғәтенә бәйле объекттар булмаһа ла, күрше Магнитогорск йә Белорет ҡалаларындағы металлургия комбинаттарында данлы хеҙмәт юлын үткән яҡташтарыбыҙ аҙ түгел. Мораҡай ауылынан  Р. И. Кинйәбаев та шулар иҫәбендә.

Мораҡай ауылында дүрт ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләнгән Кинйәбаевтар ғаиләһендә тыуып үҫә Рамаҙан. Ауылда башланғыс мәктәптә белем алғандан һуң, уҡыуын Яңы Балапан мәктәбендә дауам итә. Күп бабалы ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, ҡыҙҙар һәм малайҙар бәләкәйҙән эштә сынығып үҫә. Рамаҙан да ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында тиҫтерҙәре менән каникул мәлдәрендә колхозда бесән тырмата, башҡа эштәрҙә йөрөй.

Һигеҙенсене тамамлаған егет алдында ҡайҙа уҡырға барырға тигән мәсьәлә тыумай ҙа. Сөнки оҡшатып йөрөгән ошо ауыл ҡыҙы Фәниә Магнитогорск ҡалаһына юллана. Тимәк, егеткә лә шунда китергә кәрәк.

Шулай итеп, 1978 йылда ҡалалағы 19-сы һөнәрселек училищеһында уҡып, слесарь-ремонтсы һөнәрен алып сығыу менән йәш егетте шунда уҡ металлургия комбинатына металлургия ҡорамалын ремонтлаусы итеп эшкә алалар. Һәм бөтә хеҙмәт юлы ошо комбинат менән бәйле. Ситтән тороп, техникумда белем ала. Һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған тырыш, уңған Рамаҙан Имелбай улы тиҙ арала оло абруй ҡаҙана. 2005-2017 йылдарҙа комбинаттың механоремонт комплексының металлургия ҡорамалын ремонтлау цехында мастер вазифаһын башҡара. Комбинаттың электр-ҡорос иретеү цехы төҙөлөшө нәҡ уның ҡатнашлығында башҡарыла. Үҙенең ҡулы аҫтындағы дүрт бригада, егермеләгән слесарь-ремонтсы менән эште теүәл һәм ваҡытында атҡарып сығалар.

Р. И. Кинйәбаевтың металлургия өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте, әлбиттә, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, Рәсәй сәнәғәт министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Рамаҙан Имелбай улы  Рәсәйҙең почетлы металлургы исемен йөрөтә.  Хаҡлы ялда булһа ла, ул бөгөн дә яратҡан эшендә.

Йәшлек йәре - Фәниәһе менән ғаилә ҡороп, бер улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Хәҙер инде Әлиә лә, Артур ҙа ата-әсә өлгөһөндә матур ғаилә ҡорғандар, үҙҙәре балалар үҫтерә.

Ҡалала төпләнһә лә, Рамаҙан Имелбай улы Мораҡайҙа олатаһы нигеҙендә бына тигән йорт күтәргән. Ял-байрам көндәрендә, отпуск мәлдәрендә ғаиләһе менән ауылға ашыға.  Ни тиһәң, тыуған ер үҙенә тарта – ауыр эштән һуң ауылда күңеленә ял таба, туғандар-дуҫтар менән аралашыуҙан кинәнес таба...

  

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас