Йәмғиәт
18 Июль 2023, 10:55

Ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум

Республиканың ишле ғаиләләре ипотеканы ҡаплау өсөн 450 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Ипотеканы ҡаплауға 450 мең һумИпотеканы ҡаплауға 450 мең һум
Ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ипотека кредитын тулыһынса йәки өлөшләтә  ҡапларға мөмкин. Федераль ярҙамға 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

«Ил хөкүмәте программаны финанслауға өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүлде», — тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.

Министр һүҙҙәренсә, ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә өлкән балаларҙың йәше иҫәпкә алынмай. Ғаиләләр 450 мең һум аҡса алыу өсөн ғариза һәм документтар менән банкка мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы форманы тултырырға тейеш. Аҡсаны ҡулға бирмәйҙәр — сумманы ипотека биргән банкка күсерәләр (торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредит).

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-18/mnogodetnye-semi-bashkirii-mogut-poluchit-450-tysyach-rubley-na-pogashenie-ipoteki-3344171

Автор:
Читайте нас