

Проекттың “Юл картаһы” сараларының береһе - өсөнсө һәм унан һуңғы бала тыуғанда йәки башҡа балаларға өс йәш тулғанға тиклем ай һайын аҡса түләү. Уның күләме балаларға йәшәү кимәлен тәшкил итә. Башҡортостанда ул – 12271 һум.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, түләү өсөнсө йәки унан һуң тыуған балаға һәм йәнгә уртаса килем республикалағы эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы кимәленең ике күләменән артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнгән.
Йыл башынан өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуған 25,7 мең ғаилә түләүҙәр алған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашыра.