Йәмғиәт
21 Июль 2023, 04:40

Киләһе аҙнала Затон юлында сикләүҙәр индереләсәк

Өфө ҡалаһы 23 июлдән алып 2 авгусҡа тиклем “Беҙ бергә.Спорт” сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын ҡабул итә.

Киләһе аҙнала Затон юлында сикләүҙәр индереләсәкКиләһе аҙнала Затон юлында сикләүҙәр индереләсәк
Киләһе аҙнала Затон юлында сикләүҙәр индереләсәк

Өфө ҡалаһы 23 июлдән алып 2 авгусҡа тиклем “Беҙ бергә.Спорт” сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын ҡабул итә. Ярыштар 21 төр буйынса уҙғарыла, улар араһында велосипедта уҙышыу ҙа бар.

Был ярыштарҙы үткәреү сәбәпле, 24 июлдә 8.00 -16.00 сәғәттәрҙә, 26 июлдә 9.00 - 13.00 сәғәттәрҙә, 27 июлдә 7.00 - 14.00 сәғәттәрҙә, 28 июлдә 8.00 - 17.00 сәғәттәрҙә, 29 июлдә 7.00 - 17.00 сәғәттәрҙә ҡалаға ингән урында Затон шоссеһы ябыласаҡ. Юл буйы урамына төшкән яҡтан (автозаправкаға ҡаршы) Халыҡтар дуҫлығы проспектына тиклем. Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын юлға сығыр алдынан был сикләүҙәрҙе иҫәпкә алырға саҡыра.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас