Йәмғиәт
26 Июль 2023, 13:00

Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһе башланды

Башҡортостанда билдәле шағир, драматург, яҡташыбыҙ Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығы уңайынан республика шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде. Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан» ТРК-ның «Бәхетнамә» программаһы.    

Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһе башландыРәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһе башланды
Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһе башланды

Башҡортостанда билдәле шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығы уңайынан республика шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде. Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан» ТРК-ның «Бәхетнамә» программаһы.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа эштәр 20 авгусҡаса ҡабул ителә.

Төп маҡсат — Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадын танытыу, шағирҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү; нәфис әҙәбиәткә һөйөү уятыу; уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү; шағирҙың ижадын өйрәнеү.

Мәғлүмәтте һәм видеоматериалдарҙы электрон формала yaniliktar@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ  — проекттың рәсми аккаунтында.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-26/v-bashkirii-ob-yavlen-respublikanskiy-konkurs-chtetsov-k-65-letiyu-poeta-ramilya-kul-davleta-3356286

Автор:
Читайте нас