

Форум матур шоу һәм «Федералы vs регионы» интеллектуаль уйыны менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән ойоштороусы Александр Изотов мөрәжәғәт итте. Ул сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм форумдың бай эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы үтеүен билдәләне.
Сарала халыҡ хужалығын һанлаштырыуҙы үҫтереүгә өлөш индергән өсөн премияға лайыҡ булған компаниялар бүләкләнде.
Атап әйткәндә, «РУСАТОМ ИНФРАСТРУКТУРНЫЕ РЕШЕНИЯ» акционерҙар йәмғиәте - ҡала мөхитен, ҡала һәм төбәк идара итеүен, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетиканы һанлаштырыу буйынса алдынғы эшмәкәрлек алып барыусы, «СИТРОНИКС» акционерҙар йәмғиәте - һанлы ҡарарҙар әҙерләүҙә һәм эшҡыуарлыҡ, дәүләт өсөн ҙур масштаблы проекттарҙы индереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә булған күп профилле IT-компанияһы. Шулай уҡ, «ЮНИКОРН» (UJIN), «КОРТРОС», «СБЕРБАНК», «ФОРС — ЦЕНТР РАЗРАБОТКИ» кампаниялары биләкләнә.
Артабан интеллектуаль көрәш үткәрелә, уны «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?», дүрт тапҡыр «Гәлсәр өкө» призына лайыҡ булған Максим Поташев алып бара. Бында, һорауҙарға дөрөҫ кенә түгел, ә мөмкин тиклем тиҙ яуап бирергә кәрәк була. Сара ҡунаҡтары өсөн раундтар араһында республика артистары, шулай уҡ бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары сығыш яһай.