

Иртәгә, 29 июлдә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана. «Терра Башҡортостан» турнирының хедлайнерҙары –популяр башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, шулай уҡ Сан-Францисконан Джеймс Атлас. Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Әйтәйек, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы.
Финал- сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр.
«Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып уҙғарыла. Төп маҡсаты - йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү.Турнирҙы республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ойоштора. Был ярыштар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты бурыстары тормошҡа ашырыла.