Йәмғиәт
28 Июль 2023, 09:55

Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) йыл һайын Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын үҙғара.

Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсыБөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы
Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы

3 авгусҡа тиклем проекттар конкурсына 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләрҙән «Микрогранттар»ға ғаризалар ҡабул ителә. Еңеүсегәләр гранттың 100 мең һум күләмендәге  максималь сумма алыуы мөмкин. Конкурстың шарты  буйынса, бер кеше 18 номинацияның береһенә генә ғариза бирә ала.

     Отчет документацияһының ябайлаштырылған системаһы,  «Микрогрантов»тың айырым бер үҙенсәлеге булып тора. «Микрогранттар»ҙа  ситтән тороп ҡатнашыу өсөн, «Рәсәй йәштәре» федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһынан грант модуленә тултырылған проект ғаризаһын тапшырырға кәрәк (https://grants.myrosmol.ru).

      Ғаризаны сифатлы тултырыу өсөн физик берәмектәр өсөн методик рекомендациялар әҙерләнгән. 2023 йылдың октябренән 2024 йылдың сентябренә тиклем проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты билдәләнгән.

        Әйткәндәй, үткән йылда Башҡортостан йәштәренең «Микрогранттар» конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 808 000 һумлыҡ 9 проект грант ярҙамы алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас