Йәмғиәт
28 Июль 2023, 03:50

Эшһеҙҙәрҙе эшле итер программа

Был програмама менән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың эшләмәгән әсәйҙәре, 3 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялда булған ҡатындар, 50 йәштән өлкән һәм пенсия алды йәшендәге  граждандар, мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эшһеҙҙәр, эштән азат итеү хәүефе янаған граждандар файҙалана ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эшһеҙҙәрҙе эшле итер программаЭшһеҙҙәрҙе эшле итер программа
Эшһеҙҙәрҙе эшле итер программа

 Был програмама менән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың эшләмәгән әсәйҙәре, 3 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса ялда булған ҡатындар, 50 йәштән өлкән һәм пенсия алды йәшендәге  граждандар, мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эшһеҙҙәр, эштән азат итеү хәүефе янаған граждандар файҙалана ала. Һөнәри белем алырға йәки үҙенең һөнәре буйынса квалификация күтәрергә теләгәндәр 140 программаның төрлөһөн һайлап ала.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, йыл башынан Башҡортостанда йәшәүселәр “Демография” милли проекты буйынса  бушлай уҡыуға өс меңдән ашыу килешеү төҙөгән.

- Йыш ҡына психолог-консультант, маркплейс эше буйынса менеджер, бухгалтер, smm-белгес кеүек һөнәрҙәргә ҡабаттан уҡып сығырға теләк белдерәләр. Милли проект буйынса яңы профессияға 1500 кеше эйә булды, уларҙың 1049-ы уҡып бөткәндән һуң эшле булды, - тине Андрей Назаров.

“Демография” милли проекты сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, эштән азат итеү хәүефе янаған һөнәри һәм юғары белемһеҙ 35 йәшкә тиклемге йәштәр, вуз һәм колледждарҙың аҙаҡҡы курс студенттары уҡый ала.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас