

Конкурс илдең барлыҡ ижади кешеләренә һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн махсус рәүештә ойошторола. Уны Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды үткәрә.
Конкурста ҡатнашыуға:
- дәүләт учреждениелары, дәүләт корпорациялары, дәүләт компаниялары һәм сәйәси партияларҙан тыш, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар;
- коммерция ойошмалары;
- шәхси эшҡыуарҙар;
- муниципаль ҡаҙна учреждениеларынан тыш, муниципаль учреждениелар һәм предприятиелар саҡырыла.
Конкурсҡа түбәндәге проекттарҙы күрһәтергә мөмкин:
- мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт өлкәһендәге;
- тармаҡ-ара, мәҙәниәт һәм кросс-мәҙәни проекттар;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия, шул иҫәптән һанлы технологиялар өлкәһендә белем биреү һәм күргәҙмә проекттары;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә йәш һәләттәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса проекттар;
- үҙенсәлекле индустрия проекттары, шул иҫәптән әҙәбиәт һәм нәшриәт эше, дизайн, мода, арт, музыка һәм саунд-дизайн, архитектура һәм урбанистика, яңы медиа, мультимедиа технологиялары, кино, театр, уйындар, креатив индустрия инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә фестивалдәр, премиялар, форумдар үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан проекттар;
- мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендәге стартаптар;
- заманса популяр мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар.
Ғариза биреү, ҡатнашыусыларға булған бөтә талаптар менән ошонда танышырға мөмкин: https://vk.cc/c3bYgL
Төп ҡағиҙәләр - күрһәтелгән вебинарҙа: https://vk.cc/cpJPbb
Ғариза биреүселәр һәм еңеүселәр өсөн өйрәтеүсе программалар: https://vk.cc/ccOpFq
Заявканы дөрөҫ тултырырға ярҙам итәсәк видеокурстар: https://vk.cc/cpGNdG
Конкурс тураһында яңылыҡтар: https://vk.cc/cpJOB3
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан