

- Мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына тәү сиратта ҡабул итеү.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән доброволецтарҙың балаларын йәшәгән урын буйынса мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ улар һауыҡтырыу лагерҙарына путевканы тәү сиратта аласаҡ.
Ташламалар ата-әсәләре йәки опекундары махсус хәрби операция зонаһында бурысын үтәгәндә һәләк булған йәки яраланыу һөҙөмтәһендә үлгәндәрҙең балаларына ҡағыла.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү.
Махсус хәрби операция зонаһына һәм Рәсәйҙән ситкә ебәрелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары хеҙмәт торлағы менән элеккесә файҙаланыуын дауам итә ала. Әгәр торлаҡ ҡуртымға алынған булһа, ғаиләгә бының өсөн компенсация һаҡлана. Уның күләме хәрби званиеға, вазифаға һәм хеҙмәт итеү ваҡытына бәйле булмаясаҡ.
- Хеҙмәткә кире әйләнеп ҡайтҡандар өсөн юғары пенсия һаҡлана.
Закон ҡабул ителгәнгә тиклем, әгәр хәрби пенсионерҙар пенсияға сыҡҡандағы окладтан түбән булған окладтағы вазифалағы хәрби хеҙмәткә кире ҡайтҡан осраҡта, уларҙың пенсиялары кәмей ине. Был ғәҙелһеҙлек бөтөрөлә.
- Хәрби хәрәкәт ветерандарының тол ҡалған тормош иптәштәрен социаль йәһәттән яҡлау.
Тол ир һәм тол ҡатындар ҡабат никахҡа инмәгән осраҡта, тормош иптәше үлгәндән һуң ғаилә составының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт ярҙамы аласаҡ.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бушлай юридик ярҙам.
Хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ирекмән статусын рәсмиләштереү, аҡсалата тәьминәт һәм башҡа түләүҙәр алыу, кредит каникулдары юллау һәм бурыстарын иҫәптән сығарыу, һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған тип таныу мәсьәләләре буйынса юристарҙан бушлай консультация алырға мөмкин. Шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, РФ паспортын һәм водитель таныҡлығын юғалтып, яңыларын алғанда дәүләт пошлинаһы түләргә тейеш түгел.
Исемлектең дауамын Дәүләт Думаһы сайтында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cpMRu3
Әгәр һеҙ махсус хәрби операция ветераны икән, һеҙҙең «Ватанды һаҡлаусылар» фондында дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғы бар. Илдең бөтә төбәктәрендә лә уның филиалдары асыҡ. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы тураһында мәғлүмәт - ошонда.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн төбәктәге ярҙам саралары чат-ботта йыйылған: https://vk.cc/cpMRvx
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан