Йәмғиәт
2 Август 2023, 09:35

Путин десантсыларҙы ҡотланы

2 августа Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә.

Путин десантсыларҙы ҡотланыПутин десантсыларҙы ҡотланы
Путин десантсыларҙы ҡотланы

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәренә 93 йыл тула. Рәсәй Президенты Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән тәбрикләне.

«Легендар ҡанатлы пехотаның күп быуын һалдат-офицерҙары илебеҙ Ҡораллы Көстәренең героик йылъяҙмаһына сағыу, онотолмаҫ биттәр яҙҙы, һәр саҡ үҙ бурысын лайыҡлы үтәне, Антҡа һәм хәрби туғанлыҡҡа тоғролоҡ һаҡланы. Бөгөн ошо хәрби, патриотик традицияларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы десантсылар лайыҡлы дауам итә. Улар ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, иптәштәре менән иңгә-иң терәшеп, Рәсәйҙе һаҡлай. Артабан да дәүләттең милли мәнфәғәттәре һағында торорһоғоҙ тип ышанам. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ теләйем», - тиелә ҡотлау тексында.

 

Автор:
Читайте нас