+22 °С
Болотло


Төбәк Башлығы Радий Хәбиров бер ай эсендә "Әр-Рәхим" мәсетенең төҙөлөш документтарын өйрәнергә, мәсет торошон тикшерергә һәм оператив штаб төҙөргә күрһәтмә бирҙе. Ошо эштәрҙән һуң ул төҙөлөштөң башы һәм мөҙҙәте тураһында иғлан итәсәк.
Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итә.