Йәмғиәт
4 Август 2023, 11:54

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙамға килә

 «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы хеҙмәткәрҙәре махсус операция ветерандарына ярҙам иткәндә хәстәрлек, хөрмәт һәм ғәҙеллек төшөнсөләренә таянып эш итә.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды  ярҙамға килә«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды  ярҙамға килә
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙамға килә

Алғы һыҙыҡтан әйләнеп ҡайтҡандарҙың күбеһенә физик һәм психологик реабилитациянан башлап документтар юллауға тиклем ярҙам кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре йәрәхәтләнеү сәбәпле эшләй алмай, шуға күрә, улар айырыуса социаль координаторҙар ярҙамына мохтаж.

Төрлө төр ярҙам алыу өсөн Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан фонд филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр һәр кемгә булышлыҡ итергә әҙер.

 Ветерандарға:
- инвалидлыҡ, реабилитация һәм абилитация буйынса шәхси программа юлларға;
- техник реабилитация саралары һәм протездар алырға;
- социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыға шәхси программа әҙерләргә;
- өйҙә социаль хеҙмәтләндереү йәки тәрбиә ойошторорға;
- торлаҡты ветеран ихтыяжы өсөн яраҡлаштырырға;
- һәр төрлө өлкәлә башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәләр.


Эш ваҡыты - 9:00-18:00, телефон: 7 (347) 268-01-02.

Ентеклерәк мәғлүмәт менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының рәсми сәхифәһендә танышығыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
#мерыподдержки

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
#мерыподдержки

Автор:
Читайте нас