Йәмғиәт
10 Августа 2023, 06:22

Ат парадына әҙерлек тулы көсөнә бара

Баймаҡ районынан йылҡысы Руслан Мөжәүиров үҙенең айғырын «Башҡорт аты» икенсе Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк парадта ҡатнашыуға әҙерләй.

Ат парадына әҙерлек тулы көсөнә бараАт парадына әҙерлек тулы көсөнә бара
Ат парадына әҙерлек тулы көсөнә бара

Баймаҡ районынан йылҡысы Руслан Мөжәүиров үҙенең айғырын «Башҡорт аты» икенсе Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк парадта ҡатнашыуға әҙерләй.

— Минең Алмазға һигеҙ йәш. Был аттар өсөн иң яҡшы йәш. Был ваҡытҡа хайуан тигеҙләнә, көс һәм тәжрибә нисбәте лә була, әммә шул уҡ ваҡытта аттың алда яңы нәмәгә өйрәнергә теләге һәм көсө бар, — тип һөйләне тәжрибәле йылҡысы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 августа «Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә (Баймаҡ районының Граф Күле) күләмле ат парады үтәсәк, унда күрше илдәрҙән, Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән бер нисә йөҙ һыбайлы ҡатнашасаҡ.

Тулыраҡ сайтта https://bashkort-aty.ru һәм фестивалдең ВК төркөмөндә https://vk.com/event221115711

Автор:
Читайте нас