

Уҡсылар Раушания Сабитова, Ләйсән Абдуллина, Фәнүзә Мырҙағәлина Һәм Резеда Латипова сираттағы "Башҡорт аты" фестивалендә осрашты
Раушания менән Ләйсән — Өфөнән, Резеда — Сибайҙан, Ә Фәнүзә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан килде. Уҡсылар Баймаҡта үткән ярыштарҙа таныша һәм дуҫлаша.
— Беҙ уҡтан тиҙ атырға яратабыҙ. Был бөтөнләй башҡа тойғолар. Ярыштарҙа беҙ бер ғаилә булып киттек, дуҫлашабыҙ, әммә ярышыу рухын бер кем дә юҡҡа сығармаған, — тип йылмая амазонкалар.