

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Ләмәз шишмәһе” ойошмаһы етәкселәре Илдар Ғәлимов, Илдар Вәлиев һәм Павел Кожевников һыуҙы төрлө күләмдәге шешәләргә ҡойоу өсөн цех проекты тәҡдим итә. Улар шишмәне, Ләмәз ауылы тирәһен дә төҙөкләндерергә иҫәп тота. 18,5 гектар ерҙе ике төрлө тотонорға ниәтләйҙәр. Бер өлөшөндә цех урынлаштыралар. Икенсеһен туристар өсөн йыһазлайҙар: умарталыҡ, апийорттар ҡуялар.
“Гемера” ойошмаһы етәксеһе Ольга Гриценко Аҡбирҙе ауылында медицина үҙәге төҙөү проекты менән сығыш яһай. Төп идеяһы – ауыл халҡына медицина хеҙмәтләндереүе булдырыу. Шулай уҡ СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеге, фитнес үҙәге, 70 – 100 машиналыҡ парковка, биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған. Барыһы бергә 70 кешегә эш урыны булдырыла.
“Висма” ойошмаһы “Красная поляна” торлаҡ комплексы төҙөү проекты менән килгән. Блохино ауылы янында ете гектар ерҙә 41 йорттан торған коттедж ҡасабаһы төҙөргә ниәтләнәләр. Бында балалар майҙансыҡтары төҙөү, коммуникациялар үткәреү ҡаралған.
Муниципалитет өс проектты ла хупланы, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” район хакимиәттәрендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Унда һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/535069#scroll.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-08-08/ya-y-esh-uryndary-buldyryla-3377435