Йәмғиәт
14 Августа 2023, 04:13

Башҡорт аттары ҡыҙыҡһындыра

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт аттарын һаҡлап ҡалыу эштәре менән ҡыҙыҡһыналар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт аттары ҡыҙыҡһындыраБашҡорт аттары ҡыҙыҡһындыра
Башҡорт аттары ҡыҙыҡһындыра

Мөхәмәд Әл Харби, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Ғәрәп аттары йәмғиәте ассоциацияһы етәксеһе, артабан хеҙмәттәшлек итеү ниәттәре хаҡында һөйләй.

     - Башҡортостан Республикаһында башҡорт аты фестивален юғары кимәлдә үткәреүҙәре ҡыуандыра. Бында төрлө илдәрҙән кешеләр йыйылған. Бөтәһен дә аттарға булған һөйөү берләштерә. Башҡорт халҡын һәм башҡорт аттарын күргәс, беҙҙә артабанда аралашыу һәм хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы идеялар тыуҙы. Был минең Башҡортостанға тәүге килеүем, бында тағы ла килгем килә, - тип билдәләне Мөхәмәд Әл Харби.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас