Йәмғиәт
24 Август 2023, 04:32

Башҡорт этнокүргәҙмәһе ойошторола

25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Ошо көндәрҙә төньяҡ баш ҡалала «Күсмә халыҡтар ере - легендалар иле» башҡорт этнодворы ойоштороласаҡ.

Башҡорт этнокүргәҙмәһе  ойошторолаБашҡорт этнокүргәҙмәһе  ойошторола
Башҡорт этнокүргәҙмәһе ойошторола

Дәүләт академия капеллаһында урынлашасаҡ этноихатала ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары башҡорттарҙың традицион һөнәрҙәре, көнкүреше һәм фольклоры менән таныша аласаҡ. Бында күсмә башҡорттарҙың боронғо йәшәү урыны булған,  кейеҙ тирмәһе урынлашасаҡ. Килеүселәргә тирмәнең биҙәлеше, уның төрлө өлөштәренең тәғәйенеше, милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр хаҡында һөйләйәсәктәр. Ҡунаҡтар сәй табынында башҡорт аш-һыуын тәмләү мөмкинлеге аласаҡ.

Байрам ҡунаҡтарын кейеҙ баҫыу, ағас һырлау, сүкеү эштәре һәм башҡорт биҙәүестәрен яһау буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре көтә. Бынан тыш, милли уйын ҡоралдарында - ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү мөмкинлеге буласаҡ. Теләгән һәр кем ғәҙәти уҡтан атыуҙа үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ. Балалар башҡорттарҙың традицион уйындарында, биҙәүестәр, ағас уйынсыҡтары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Улар барыһы ла башҡорт милли колориты менән бүләктәр аласаҡ.

      Сара сиктәрендә «Тамға» халыҡ-ара милли кейем оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе үтәсәк, унда проектта еңеү яулаған оҫталарҙың уникаль эштәре менән танышырға мөмкин буласаҡ. Өс көн дауамында сағыу концерт программаһы ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас