Йәмғиәт
24 Август 2023, 07:01

Башҡортостан йәштәре патриотик рухлы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2023» IV Йәштәр гражданлыҡ форумы ҡунаҡтарының береһе булды.

Башҡортостан  йәштәре патриотик рухлыБашҡортостан  йәштәре патриотик рухлы
Башҡортостан йәштәре патриотик рухлы

Ул «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары менән осрашты.

 Республикабыҙҙа йәштәр форумдары ойошторолоуы яңылыҡ түгел, тип билдәләне. Бындай сараларҙа йәштәр киләсәккә һөнәр һайлай, үҙҙәренең тормош юлын билдәләй, аралаша, таныша.

       Хәҙерге йәштәрҙең илһөйәрлек тойғоһо көслө булыуы һөйөнөслө, тине ул.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас