Йәмғиәт
24 Август 2023, 06:15

IV Йәштәр гражданлыҡ форумы үҙ эшен дауам итә

Форум сиктәрендә төрлө йүнәлештә туғыҙ платформа эшләй.

IV Йәштәр гражданлыҡ форумы үҙ эшен дауам итәIV Йәштәр гражданлыҡ форумы үҙ эшен дауам итә
IV Йәштәр гражданлыҡ форумы үҙ эшен дауам итә

Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында «Беренселәр ҡаҙаныштары» бүлексәһе вәкилдәре өсөн «Мәктәп үҙидараһы» платформаһы эшләне. Төбәк ҡала һәм райондарынан «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте активистары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев осрашты.

       «Ауыл йәштәре» форумының туғыҙ майҙансығының береһе агросәнәғәт комплексының йәш вәкилдәре өсөн булдырылған. Ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡағылышлы төрлө проблемалар күтәрелде. Мәҫәлән, форумда ҡатнашыусылар уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, йәштәрҙең ауылда ни өсөн йәшәргә ҡалмауы тикшерелде. Мәктәптәрҙең ябылыуы, юлдарҙың насар торошо, насар үҫешкән инфраструктура төп сәбәптәрҙең береһе тип һанай йәштәр. Шул уҡ ваҡытта араларында үҙенең киләсәген ауыл менән бәйләргә теләүселәр бар.

     Бөрйән районынан йәш ғаилә Ишбулат Байшеғуров һәм Азалия Назарова туристик бизнес менән шөғөлләнә башлаған. Улар үҙ районының тап ошо йүнәлештә үҫтереү өсөн ҡулай булыуын билдәләне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас