Йәмғиәт
25 Август 2023, 10:24

«Эшҡыуар әсәйем» проектында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шёхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проекты сиктәрендә 2-6 октябрендә Башҡортостанда «Эшҡыуар әсәйем» тип аталған программа буйынса бушлай уҡытыу үткәрелә.

«Эшҡыуар әсәйем» проектында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә«Эшҡыуар әсәйем» проектында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә
«Эшҡыуар әсәйем» проектында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

Уны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының «Минең бизнесым» үҙәге уҙғара.

    «Эшҡыуар әсәйем» программаһы ҡатын-ҡыҙҙарға балалары менән үҙ эшен асырға һәм уны үҫтерергә ярҙам итергә тейеш.

Проектта ҡатнашыусылар бизнес башлау йәки әле тормошҡа ашырылған проектты киң таратыу өсөн комплекслы белем аласаҡ, шулай уҡ буласаҡ партнерҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар бизнесына ярҙам итеүҙең көнүҙәк саралары менән танышасаҡ.

     Проектта декрет ялындағы йәки бәлиғ булмаған балалар менән өйҙә ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе булыуы мотлаҡ түгел.

    Ҡатнашыусылар үҙ проектының бизнес-планын әҙерләйәсәк, ә финалда уны эксперт жюрийы алдында яҡларға тейеш. Эштәр иҡтисади нигеҙле, үҙенсәлекле һәм социаль әһәмиәтле булыуын ҡарап бер нисә критерий буйынса баһаланасаҡ.  

     Һәр төбәктән иң яҡшы проекттар 100 мең һум аҡса аласаҡ. Федераль этаптың ике еңеүсеһе - 1-шәр миллион һумға дәғүә итә. Программала ҡатнашыу өсөн мамапредприниматель.рф сайтында теркәлергә кәрәк.

 

Ғаризаны 22 сентябренә тиклем бирергә мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас