

Махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам саралары тураһында һөйләшеү булды. Унда район хакимиәте һәм ауыл биләмәләренең хәрби-өҫтәл белгестәре, социаль координаторҙар, «Боевое братство» ойошмаһы етәкселәре ҡатнашты.
Социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт тарафынан төрлө ярҙам сараларына ҡағылышлы норматив акттар һәм ҡарарҙар менән таныштырҙы. 2022 йылдың 31 октябрендәге 682-се һанлы ҡарарға ярашлы, махсус операцияға мобилизацияланғандар, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр, хәрби полиция һәм хәрби хеҙмәткәр статусына эйә булған граждандарҙың балалары мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға түләмдәрҙән азат ителә. Был турала район мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһына ғариза яҙырға кәрәк. 683-сө ҡарар буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 5-11-се кластарҙа уҡыусы балалары республиканың бөтә мәктәптәрендә бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы. Бынан тыш, улар өсөн оҙайлы көн төркөмөнә, өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы түңәрәктәргә, бассейнға йөрөү бушлай. Бер мәктәптән икенсеһенә күскәндә лә тәү сиратта уларҙың ғаризалары ҡараласаҡ. 2022 йылдың 29 ноябрендәге 753-сө һанлы ҡарарына ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм вафат булған яугирҙәрҙең балаларына урта һөнәри белем алыуға сертификат бирелә. Сертификатты бер тапҡыр, тәүгә һөнәри белем алғанда һәм республикалағы уҡыу йорттарында ғына ҡулланырға мөмкин. Уның суммаһы һәр ғариза биреүсе өсөн урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡытыу ваҡытына ҡарап индивидуаль билдәләнә. Түләүле бүлектә уҡығандар сертификатҡа хоҡуҡлы булған осраҡта, ғариза нигеҙендә файҙалана ала. Күрше өлкәләрҙә белем алған уҡыусыларға республика колледждарына күсергә мөмкин.
— Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың быйыл 1-се класҡа барыусы балаларын район хакимиәте белгестәре оҙатасаҡ. Шуның өсөн исемлектәрҙе теүәлләгеҙ, бер кем дә төшөп ҡалмаһын, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы.
«Әбйәлил урмансылығы» инженеры Рита Ғәлләмова утын алыу тәртибен аңлатты. МХО яугирҙәре һәм ғаиләләренә 20 кубометрға тиклем диләнкә бүленә, уларҙың ғаризалары тәү сиратта ҡарала. Тик был мәсьәләлә аңлашылмаусанлыҡтар күп. Билдәле, яугирҙәрҙең ҡатындары урмандан утын сығарып йөрөй алмай. Районда бының менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бар. Улар 20 кубометр утындан бишәүһен генә еткереп, ҡалғанын үҙенә алып ҡала. Әлбиттә, был ғына утын ҡыш буйы өй йылытыуға, мунса яғыуға етмәй. Тап шуның өсөн проблеманы район башлығы ярҙамында хәл итергә кәңәшләштеләр.
Газ үткәреүгә сертификат менән файҙаланыуға килгәндә, уны МХО-ла ҡатнашыусы һәм уның бөтә ғаилә ағзалары юллай ала. Тик йорт яугирҙең исемендә йәки өлөшләтә милкендә булырға тейеш. Сертификат суммаһы — 100 мең һум.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының райондағы социаль координаторы Дилә Ғәлиуллина ауыл биләмәләренә сығып, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыуы, консультациялар биреүе хаҡында һөйләне.
— Төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн иң тәүҙә документтар тәртиптә һәм теүәл булырға тейеш. Сөнки урында хәл итә алмаҫтай проблемалар булған осраҡта, беҙ Өфөгә, унан Мәскәүгә запрос яһайбыҙ, — тине Дилә Ҡасим ҡыҙы. — Артабан да ауылдарға сығасаҡбыҙ, осрашыуҙар буласаҡ.
Район инвалидтар йәмғиәте «Тыныс донъяға ҡаршы аҙым» проектын тормошҡа ашыра башланы. Был турала проект етәксеһе Н. Әҡсәнова бәйән итте.
— Беҙҙең төп маҡсат — махсус хәрби операция зонаһынан йәрәхәтләнеп йәки инвалидлыҡ алып ҡайтҡан яугирҙәр менән эшләү. Йәшерен-батырын түгел, һуғыш яланынан ҡайтып, тыныс тормошҡа ҡапыл ғына күнегеп китеү ауыр. Тап ошо һынылышлы осорҙо үткәреп ебәреү, улар был мөхиттә үҙҙәрен сит кеше итеп тоймаһын өсөн ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим, — тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы. —Күнекмәләр үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар һатып алынды. Бөгөн кабинетта дауалау физкультураһы табибы, психолог эшләй. Улар яугирҙәр, хәрби хәрәкәт ветерандары ингән төркөм менән күнекмәләр уҙғара.
Проект буйынса дәрестәр яңы башланды һәм 2024 йылдың мартына тиклем дауам итәсәк. Яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мәлдәрендә лә бында килеп медитация үтә, психолог кәңәштәрен тыңлай ала. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙерҙәр. Реабилитация тураһында белешеү өсөн район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға (8-937-780-45-35) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков кәңәшмәне йомғаҡлап, һөйләшеүҙең мөһим һәм кәрәкле, Ватан именлеге өсөн яуҙа ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә берҙәм эшләү бөтәбеҙҙең дә төп бурысы булыуын билдәләне.