

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сараны ойоштороусы булып сығыш яһай. Конкурста республика биләмәһендә теркәлгән һәм ике йылдан да кәм булмаған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала.
Конкурс 1 сентябренән 10 ноябренә тиклем ике этапта уҙғарыла: һайлап алыу (муниципаль) һәм йомғаҡлау (республика).
Һайлап алыу этабын муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре 1 сентябренән 15 октябренә тиклем уҙғара.
Һайлап алыу турында еңеүселәр өсөн йомғаҡлау этабы 16-нан 31 октябргә тиклем үткәрелә. Бүләкләү тантанаһы ноябрҙә була.
Конкурсанттарҙың эшмәкәрлеге 2021-2022 йылдарҙағы эш һөҙөмтәләре буйынса баһалана.
Конкурс йомғаҡтары түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнә:
- етештереү (бәләкәй предприятие);
- ауыл хужалығы;
- күмәртәләп сауҙа итеү;
- ваҡлап һатыу;
- туризм;
- көнкүреш хеҙмәттәре һәм автосервис хеҙмәттәре;
- йәш эшҡыуар (индивидуаль эшҡыуар йәки ойошма етәксеһе 35 йәштән өлкән түгел);
- инновациялар һәм яңы технологиялар;
- IТ һәм цифрлы технологиялар;
- бизнес өсөн консалтинг хеҙмәттәре;
- төҙөлөш;
- транспорт һәм транспорт логистикаһы;
- халыҡтың художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре;
- йәмәғәт туҡланыуы;
- ғаилә бизнесы;
- йылдың социаль эшҡыуары.
Конкурс үткәреү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: Положении.