

Субсидияға ғаризалар менән 1 070 эш биреүсе мөрәжәғәт иткән, улар 3 134 кешене эшкә алған. 2021 йылда наймды субсидиялау программаһы мәшғүллекте дәртләндереү сараһы булараҡ эшләй башланы һәм 2020 йылғы эшһеҙҙәрҙе, уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн дотациялар бүлеүҙе күҙ уңында тота. Һуңғараҡ проектҡа төҙәтмәләр индерелде, ул 30 йәшкә тиклемге йәштәрҙе һәм Донецк менән Луганск халыҡ республикаһынан һәм Украинанан ҡасаҡтарҙы үҙ эсенә алды.
Быйылдан был программа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла ҡағыла.
Дәүләт ярҙамына 2023 йылға тиклем теркәлгән һәм эш хаҡы, һалымдар, йыйымдар, страховка взностары һәм штрафтары буйынса бурыстары булмаған юридик шәхестәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар дәғүә итә ала. Һәр хеҙмәткәргә бер минималь эш хаҡы күләмендә субсидия
(18 678,30 һум) һәм страховка иғәнәләрен түләүгә тейешле аҡса бирелә. Бындай сумманы эш биреүсе өс тапҡыр ала. Беренсе түләү дәғүәсене ҡабул иткәндән һуң бер ай үткәс, икенсеһе - өс айҙан, өсөнсөһө ярты йылдан һуң килә. Эш биреүселәргә күрһәтелгән уртаса компенсация 60 мең һум самаһы тәшкил итә. Эшләгән төбәктәрҙә район коэффициенты булһа компенсация уның дәүмәленә күтәрелә.
Субсидия алыу өсөн «Рәсәйҙә эш» порталы аша вакансиялар өсөн белгестәр һайлау үҙәгенә мөрәжәғәт итергә һәм шунан һуң Социаль фонд сайтында страховкалаусының кабинетына ғариза бирергә кәрәк.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте