+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2023, 11:15

Эшләһәң дә, социаль түләм буласаҡ

Хәҙер инвалид балаларҙың ата-әсәләре эшләп йөрөргә лә, социаль түләү алырға ла мөмкин.

2024 йылдың 1 ғинуарынан инвалид балаларҙың ата-әсәләре һәм опекундары социаль түләүҙәрҙе юғалтмайынса эшкә урынлаша ала. Тейешле бойороҡ проектын Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр ата-әсә тулы булмаған эш көнөнә, ситтән тороп, өйҙә, авторлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр буйынса эшкә урынлашһа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә пособиелар һаҡлана.

Әлегә инвалид балаларҙың ата-әсәләренә һәм опекундарына айына 10 мең һум аҡса түләнә. Уны эшләмәгән граждандар ғына алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-13/roditeli-detey-invalidov-smogut-odnovremenno-rabotat-i-poluchat-sotsialnye-vyplaty-3433313

Автор:
Читайте нас: