+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2023, 17:03

Нимә ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы һәм ул ни өсөн кәрәк?

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, бурысығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген белеү, иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен индереү - быларҙың барыһын да Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы ярҙамында эшләргә мөмкин.

Нимә ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы һәм ул ни өсөн кәрәк?
Нимә ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы һәм ул ни өсөн кәрәк?

Дәүләт мәғлүмәт системаһы - ул тотош илдән,шул иҫәптән Башҡортостандан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо тураһында мәғлүмәттәр тупланған берҙәм ресурс.

Хеҙмәттәр өсөн түләүҙән һәм счетчик күрһәтмәләре индереүҙән тыш, портал ярҙамында:
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә
- идарасы компанияның лицензияһын тикшерергә
- йортҡа капиталь ремонт үткәреү тураһында белешергә
- онлайн форматта милекселәрҙең дөйөм йыйылышын уҙғарырға
- субсидиялар һәм ташламалар хаҡында белешергә мөмкин.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге идара итеүсе бөтә компания һәм ойошмалар мәғлүмәт системаһында мотлаҡ теркәлергә һәм мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.

Халыҡ өсөн системала айырым теркәлеү талап ителмәй - «Дәүләт хеҙмәттәре»нең раҫланған иҫәп яҙмаһы, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы аша инергә мөмкин.

Ентекле мәғлүмәт – сайтта: https://vk.cc/7mlPP0

📌 Капиталь ремонт өсөн аҡса кире ҡайтарыла

📌 Ниндәй осраҡтарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙе ҡайтанан иҫәпләтергә мөмкин?

📌 Идара итеүсе компания абоненттарҙың почта йәшниктәрен алмаштырырға тейешме?

📌 Ни өсөн эҫе һыуҙы һүндерәләр – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата

📌 Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға

📌 Берҙәм пособиеға ғариза бирергә уйлаған осраҡта яңы торлаҡ һатып алған мәлдә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

📌 Фатирҙа сит тауыш ишетелһә, ҡайҙа ялыу бирергә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: